Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Республика һулышы
7 Сентября 2022, 08:00

Иген культуралары уңышы дүрт миллион тоннаны ашҡан

Башҡортостанда иген культураларын йыйыу һәм мал аҙығы әҙерләү тамамлана.

Иген культуралары уңышы дүрт миллион тоннаны ашҡанИген культуралары уңышы дүрт миллион тоннаны ашҡан
Иген культуралары уңышы дүрт миллион тоннаны ашҡан

Республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итеүенсә, иген культуралары майҙандарының 82% сабылған, тулайым йыйым 4,078 миллион тонна тәшкил иткән.

Ужымды йыйыу 268 мең гектарҙа тамамланған, йәғни сәсеүлектәрҙең 99%. 850 мең тонна ашлыҡ һуғылған, ужым культураларының уңышы гектарынан 32,3 центнер тәшкил иткән. 3,24 миллион тонна яҙғы культуралар һуғылған, гектарынан уңыш — 28,4 центнер. Шулай уҡ май бирә торған культураларҙың 10% йәки 54 мең тоннаһы һуғылған, башлыса көнбағыш. Борсаҡ йыйыу тамамланған, арпа, һоло һәм ҡарабойҙай йыйыу дауам итә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республика аграрийҙары 4 миллион тонна менән генә туҡталып ҡалырға тейеш түгел, кәмендә 5 миллион, ә иң яҡшыһы 6 миллион тонна йыйырға кәрәк, бындай һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин. Әйткәндәй, 1986 йылда Башҡортостанда 5,94 миллион тонна иген йыйып алынған.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас