

Фольклорсы Мөхәмәтша Буранғоловтың баҫмаһының тиражы 1940 йылдарҙа тулыһынса юҡҡа сығарылған. Ул саҡта хаталарын төҙәтеү өсөн баҫылған бер нисә китап ҡына һаҡланған. Корректорҙарҙан «110 бит, яңынан баҫырға. 63-сө, 65-се, 166-сы һәм 190-сы биттәрҙәге хаталарҙы төҙәтергә» тигән яҙыу ҡалған.
Китапта «Аҡбуҙат» эпосы, «Мәргән менән Маянһылыу», «Ҡараһаҡал», «Юлай менән Салауат» легендалары бар.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, экспонат «Шүлгәнташ» музей комплексына быйыл май айында һаҡлауға тапшырылған. Китаптың электрон вариантын бында күсереп алырға мөмкин.