Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
13 Сентябрь 2022, 11:00

Башҡортостан бюджеты 15,4 миллиард һумға арттырылды

Башҡортостандың Финанс министрлығы ағымдағы йылға республика бюджетын 15,4 миллиард һумға арттырырға тәҡдим итте.

Башҡортостан бюджеты 15,4 миллиард һумға арттырылдыБашҡортостан бюджеты 15,4 миллиард һумға арттырылды
Башҡортостан бюджеты 15,4 миллиард һумға арттырылды

 Һалым һәм һалым булмаған килемдәр буйынса план арта, тине Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры — финанс министры Лира Иғтисамова. Федераль бюджеттан өҫтәмә рәүештә 7 миллиард һум бүленә.

Өҫтәмә аҡса социаль түләүҙәргә, Республика адреслы инвестиция программаһына, Юл фондына төҙәтмәләр индереүгә йүнәлтелә.

2022 йылда республика бюджеты күләме килемдәр буйынса – 271,9 миллиард һум (+15,4 миллиард һум), сығымдар буйынса 296 миллиард һум (+19,9 миллиард һум) була.

Дефицит 24,1 миллиард һум (+4,5 миллиард һум) күләмендә планлаштырылған.

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы аудиторҙары закон проектын анализлаған һәм хуплаған.

Бюджет тураһында законға тейешле үҙгәрештәр Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың профилле ултырышында ҡаралды.

Башинформ

 

Автор:
Читайте нас