Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
13 Сентябрь 2022, 07:00

Октябрҙә Өфөлә Ташкент көндәре уҙғарыла

Өфөгә Ташкент көндәренә әҙерләнеү өсөн Үзбәкстан делегацияһы килде. Сара октябргә билдәләнгән.

Октябрҙә Өфөлә Ташкент көндәре уҙғарылаОктябрҙә Өфөлә Ташкент көндәре уҙғарыла
Октябрҙә Өфөлә Ташкент көндәре уҙғарыла

Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һүҙҙәренсә, Ташкент көндәре сиктәрендә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында эшлекле һәм мәҙәни саралар: Үзбәкстан контрагенттары менән осрашыуҙар, урындағы бизнес ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәлдәр, профилле предприятиеларға барыу, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре һәм ике республиканың ижади коллективтары ҡатнашлығында ҙур концерт программаһы планлаштырыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала сәнәғәт предприятиелары төҙөү буйынса, шул иҫәптән ауыл хужалығы сеймалы етештереү һәм эшкәртеү, туризм өлкәһендә берлектәге инвестиция проекттары билдәләнгән. Тышҡы сауҙа әйләнешенең дә үҫеше күҙәтелә, йыл башынан алып ул 6,9% артҡан.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас