Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
14 Сентябрь 2022, 07:00

Башҡортостанда ҡарабойҙай уңған

Илдә ҡарабойҙайҙан юғары уңыш көтөлә, тулайым йыйым 2021 йылғы кимәлдән артыр тип фаразлана. Башҡортостанда был культураның уңышы  һәйбәт, гектарынан 12,9 центнер тәшкил итә, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостанда ҡарабойҙай уңғанБашҡортостанда ҡарабойҙай уңған
Башҡортостанда ҡарабойҙай уңған

Башҡортостан – әлеге культураны үҫтереү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә. Алтай крайы, Курск, Воронеж һәм Орел өлкәләре менән бер рәттән, тулайым йыйымдың яҡынса 75% беҙҙең республикаға тура килә. Ауыл хужалығы культураһы илдең 49 субъектында үҫтерелә.

Башҡортостанда ҡарабойҙай майҙандарының 45% ашыуы һуғылған, тулайым һуғып алыу 42,5 мең тонна тәшкил иткән. Ҡарабойҙайҙы тулайым йыйыу буйынса Илеш, Кушнаренко, Балтас райондары алдынғылыҡты бирмәй.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас