

Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгә Башҡортостанда федераль әһәмиәттәге 795 саҡрым юл бар: М-5 «Урал», М-7 «Волга», Р-240 Өфө — Ырымбур трассалары.
Был һандар артында — кешеләр яҙмышы, уларҙың ғүмере һәм сәләмәтлеге, тип билдәләне ул. Федераль автомобиль юлдары идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, федераль трассаларҙа юл фажиғәләрендә һәләк булыусылар һаны —55% кәмегән.
Башинформ.