Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
22 Сентябрь , 14:43

Республикабыҙҙан Донбасҡа 30-сы гуманитар йөк юлланды

21 сентябрҙә Өфө районының «Башсельхозтехника» базаһынан Красный Луч ҡалаһына сираттағы гуманитар  йөк юлланды.

Республикабыҙҙан Донбасҡа 30-сы гуманитар йөк юлланды
Республикабыҙҙан Донбасҡа 30-сы гуманитар йөк юлланды

«Башҡортостан Республикаһы Луганск Халыҡ Республикаһына гуманитар ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Бөгөнгә 2 мең тоннанан ашыу аҙыҡ-түлек, медикаменттар, кейем-һалым, тәүге кәрәк-яраҡ тауарҙар, төҙөлөш материалдары һәм башҡа әйберҙәр оҙаттыҡ. Бөгөн беҙ гуманитар ярҙамдың 30-сы колоннаһын юлға сыға. Составында 18 кеше, 4 автофургон, 3 оҙатыусы автомобиль», — тип билдәләне вице-премьер Ирек Сәғитов.

Автоколонна башлығы — «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов. Гуманитар ярҙамды Башҡортостан Республикаһының шефлыҡҡа алынған биләмәһенә — Луганск Халыҡ РеспубликаһыныңКрасный Луч ҡалаһына алып барабыҙ, тип билдәләне ул.

Уның һүҙҙәренсә, гуманитар йөк составында аҙыҡ-түлек һәм тәүге кәрәк-яраҡ тауарҙар бар.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас в