Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
29 Сентябрь 2022, 16:46

Радий Хәбиров Азат Баҙрановтың махсус хәрби операцияға китеү тураһында ғариза яҙыуын хәбәр итте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн, 29 сентябрҙә, республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Баҙрановтың доброволец сифатында махсус хәрби операцияға китеү тураһында ғариза яҙыуын хәбәр итте.

Радий Хәбиров Азат Баҙрановтың махсус хәрби операцияға китеү тураһында ғариза яҙыуын хәбәр итте
Радий Хәбиров Азат Баҙрановтың махсус хәрби операцияға китеү тураһында ғариза яҙыуын хәбәр итте

 «Мин уны хупланым. Азат менән хеҙмәттәштәр генә түгел, ә рух буйынса яҡын кешеләр булыуыбыҙҙы бер ҡасан да йәшермәнем. Уның аҙымы менән ғорурланам. Ысын ир-егеттәр шулай эшләргә тейеш тип иҫәпләйем», - тип билдәләне республика башлығы.

Уның һүҙҙәренсә, Азат Баҙранов – чиновниктар араһынан махсус хәрби операцияға юлланған берҙән-бер кеше түгел. Ошондай ҡарарҙы үҙаллы ҡабул иткән һәм мобилизацияланған башҡа чиновниктар ҙа бар.

Автор:
Читайте нас: