Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
4 Октябрь 2022, 12:32

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев Башҡортостандан мобилизацияланғандар хәрби әҙерлек үткән урында булды

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылған яҡташтарыбыҙ менән осрашты. Был хаҡта ул «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә хәбәр итте.

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев Башҡортостандан мобилизацияланғандар хәрби әҙерлек үткән урында булдыӨфө мэры Ратмир Мәүлиев Башҡортостандан мобилизацияланғандар хәрби әҙерлек үткән урында булды
Өфө мэры Ратмир Мәүлиев Башҡортостандан мобилизацияланғандар хәрби әҙерлек үткән урында булды

«Бөгөн Пензала. Егеттәр менән осрашып, улар менән шәхсән аралаштым. Уларҙың һорауҙарын яҙып алдым. Хәл итербеҙ. Әйткәндәй, егеттәр Өфөгә һәм тотош республикаға сәләм әйтеп ҡалды»,  — тип яҙҙы Ратмир Мәүлиев.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың хәрби хеҙмәткәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшселәр тәғәйенләне. Пенза өлкәһендә — Юрий Орда. Ошо хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалында уҡырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас