Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
6 Октябрь 2022, 13:00

Өфөлә генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуялар

Өфөнөң Совет майҙанына генерал Шайморатов һәйкәлен килтерҙеләр.

Өфөлә генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуялар
Өфөлә генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуялар

«Тиҙҙән постаментҡа урынлаштыра башлайбыҙ. Был генерал Шайморатовҡа ғына һәйкәл түгел... Тыуған илебеҙ өсөн яуҙа һәләк булғандарға ихтирам күрһәтеү»,  — тип яҙғайны Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле әле постамент эргәһендә тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәйкәл проекты асыҡ конкурста һайлап алынды, унда скульптор, тамырҙары башҡор милләтенә барып тоташҡан Салауат Щербаков еңеү яуланы.

Республика рәссамдары һәм скульпторҙары тәҡдиме менән монументтың ике яғына колонналар ҡуйырға хәл ителде. Быйыл апрель айында генерал Шайморатов һәйкәленә нигеҙ һалыу башланғайны.

Шайморатов дивизияһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 4 мең саҡрымдан ашыу юл үткән, тип хәбәр итә Википедия. Юғары Баш командующий бойороҡтарында һуғышта айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәткәндәр иҫәбендә 15 тапҡыр телгә алына. Уның 3 860 яугире орден-миҙалдар менән бүләкләнә, 78-е – Советтар Союзы Геройы, бишәүһе Дан орденының тулы кавалеры була. Ҡыҙыл Армияның бер берләшмәһендә лә шунса геройҙар юҡ.

Башинформ.

Өфөлә генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуялар
Өфөлә генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуялар
Автор:
Читайте нас: