

Андрей Назаров үҙенең сығышында республиканың уҡытыусылар берләшмәһенең XVI быуатта уҡ башланған бай тарихи традицияларға эйә булыуын билдәләне. Ул ваҡытта тәүге уҡыу йорттары – ислам мәҙрәсәләре барлыҡҡа килә. Башҡортостан быуаттың тәүге яртыһында мосолман мәғарифы үҙәктәренең береһенә әүерелде – ҙур мәҙрәсәләр барлыҡҡа килде. XVIII быуатта республикала урыҫ телле мәктәптәр барлыҡҡа килә. Премьер-министр илебеҙ мәғарифының иң көслө яғы тип йәш быуынға рухи-әхлаҡи белем биреүҙе атаны. Был йүнәлеш бөгөн айырыуса көнүҙәк.
- Илебеҙ әле ҡатмарлы осор кисерә. Бергәләп ошо һынауҙарҙы лайыҡлы үтәбеҙ. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан, Запорожье һәм Херсон өлкәләренән ватандаштарыбыҙҙы Рәсәй халыҡтарының ҙур татыу ғаиләһенә ҡабул иттек. Был төбәктәрҙән килгән уҡыусылар республика мәктәптәрендә яңы уҡыу йылын башланы ла инде. Уларҙы туғандарса йылы ҡаршы алыуығыҙға ышанам. Беҙ бөйөк илебеҙҙең тарихын, күп быуатлыҡ ҡиммәттәрҙе һәм йолаларҙы һаҡлайбыҙ. Улар артабан да йәштәребеҙ өсөн мөһим булып ҡалһын өсөн тырышабыҙ, - тине Андрей Назаров.
Һуңғы йылдарҙа республиканың мәктәп мәғарифы системаһы етди үҙгәрештәр кисерҙе: биш көнлөк уҡыуға күстеләр, тематик шәмбеләр индерелде, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр. Республикала полилингваль мәктәптәр селтәре булдырыла, шулай уҡ «Шайморатов кластары» асыла. Яңы уҡыу йылынан мәктәптәрҙә «Геройҙар партияһы» барлыҡҡа килде, ә уҡыу аҙналары хәҙер гимндар башҡарыуҙан һәм дәүләт флагтарын тантаналы күтәреүҙән башлана.
Санкция баҫымына һәм иҡтисадтың мобилизация режимына яраҡлашыуына ҡарамаҫтан, республика мәктәптәрендә лайыҡлы шарттар булдырыла, тип билдәләне Андрей Назаров. Башҡортостанда йәмғеһе 1297 мәктәп иҫәпләнә, ә педагогик состав 33 меңдән ашыу уҡытыусынан тора.
- Мәғариф – иң финансланған тармаҡтарҙың береһе. Беҙ уға булышлыҡ итеү күләмдәрен йылдан-йыл арттырабыҙ. Быйыл республика ҡаҙнаһында уны үҫтереү өсөн 94 миллиард һум самаһы ҡаралған. «Мәғариф» милли проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Быйыл уның сараларын финанслау күләме 3,3 миллиард һумдан ашты. Мәктәптәребеҙҙә «Үҫеш нөктәһе» мәғариф үҙәктәре, балалар технопарктары, мобиль кванториумдар барлыҡҡа килде. 382 мәктәптең матди-техник базаһы яңыртылды.
608 мәктәптә һанлы белем биреү мөхите индерелгән. Әлеге ваҡытта республикала 15 мәктәп төҙөлә һәм 82-һе ремонтлана. Шул уҡ ваҡытта мәктәптәрҙе, тәү сиратта ауыл мәктәптәрен капиталь ремонтлау федераль программаһында әүҙем ҡатнашабыҙ. Уға 2026 йылға тиклем 365 мәктәп бинаһын индереү күҙаллана, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров.
2023 йыл Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителеүгә бәйле республикала йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар һаны арттырыласаҡ, тип билдәләне Хөкүмәт етәксеһе.
- Һеҙҙе тағы ла бер тапҡыр матур байрам менән ҡотлайым. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, яңы ижади уңыштар һәм креатив идеялар теләйем. Сағыу дәрестәр һәм рәхмәтле уҡыусылар һеҙгә! - тине Андрей Назаров.
Тантаналы сара йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры республиканың иң яҡшы педагогтарына дәүләт наградаларын, шулай уҡ ауыл мәктәбендә эшләгән йәш уҡытыусыларға сертификаттар тапшырҙы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
https://bashgazet.ru