

Өфө мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, был инициативаны опрос.уфа.рф майҙансығында ҡеүәтләргә була. Бының өсөн баштан ufacity.info сайтында теркәлеү кәрәк. Тауыш биреү 28 октябргәсә дауам итәсәк.
- Әлеге ваҡытта Дан бульварында аллеяны төҙөкләндереү тамамланырға тора. Был яңыртылған йәмәғәт урыны бульварҙың үҙәген биләй һәм Октябрь проспектын урман паркы зонаһына тоташтыра. Бында Муса Гәрәевтың бронза бюсы урынлаштырылған. Ул федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора, - тинеләр баш ҡала хакимиәтенән.
Башинформ.