

Украинаға һәм яңы төбәктәргә яҡын Ҡырымда, Севастополдә, Краснодар крайында, Белгород, Брянск, Воронеж, Курск, Ростов өлкәләрендә яуап биреүҙең уртаса кимәле буласаҡ.
Үҙәк һәм Көньяҡ федераль округтарҙың башҡа субъекттарында юғары әҙерлек кимәле һаҡланасаҡ.
Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда базалы әҙерлек кимәле индерелде. Был төбәктәрҙең етәкселәренә түбәндәге вәкәләттәр бирелде:
- халыҡты һәм биләмәне тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау сараларын уҙғарыу,
- ғәскәрҙәрҙең һәм халыҡтың бар кәрәк-ярағын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында саралар уҙғарыу,
- транспорт, коммуникациялар һәм элемтә, энергетика, хәрби, халыҡ көнкүрешен тәьмин иткән, мөһим дәүләт һәм махсус объекттарҙы, шулай уҡ кеше ғүмеренә, һаулығына һәм тирә-яҡ мөхиткә хәүеф менән янаған объекттарҙы һаҡлау, йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм көсәйтеү,
- транспорт, коммуникациялар һәм элемтә, энергетика объекттары, шулай уҡ кеше ғүмеренә, һаулығына һәм тирә-яҡ мөхиткә хәүеф менән янаған объекттарҙың эшенә айырым режим индереү.
Башинформ.