Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
21 Октябрь 2022, 04:30

Радий Хәбиров республика оператив штабының беренсе ултырышын уҙғарҙы

20 октябрҙә БР Башлығы төбәк оператив штабының беренсе ултырышын уҙғарҙы. Оператив штабты булдырыу тураһындағы указға Радий Хәбиров кисә ҡул ҡуйҙы. Был структураға министрлыҡтар һәм ведомстволар, оператив хеҙмәттәр, көс структуралары, төбәк ойошмалары, район-ҡала етәкселәре инде.

Радий Хәбиров республика оператив штабының беренсе ултырышын уҙғарҙыРадий Хәбиров республика оператив штабының беренсе ултырышын уҙғарҙы
Радий Хәбиров республика оператив штабының беренсе ултырышын уҙғарҙы

«Кисә Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин үҙенең указы менән Башҡортостанды базалы әҙерлек кимәле иғлан ителгән төбәктәр исемлегенә индерҙе, — тине Радий Хәбиров. — Беҙҙең төп бурыс – республика ойошма-предприятиеларының, иҡтисадының һәм социаль сфераның ышаныслы эшләүен тәьмин итеү».

Ултырышта Башҡортостан иҡтисадының тотороҡло эшләүен ойоштороуҙы ҡаранылар. БР Башлығы хөкүмәткә һәм район-ҡалаларға мобилизацияға эләккән ир-егеттәрҙең ғаиләләренә адреслы ярҙам күрһәтеү буйынса айырым иғтибар бүлергә саҡырҙы.

Автор:
Читайте нас