

Мобилизация һәм ирекле батальон тураһында
Башҡортостан өлөшләтә мобилизация буйынса бурысты тулыһынса үтәне. Хәҙер республика һәм урындағы власть органдарының бурысы – мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам, хәстәрлек күрһәтеү. Һуңғы аҙнала хәрби әҙерлек үҙәктәренән өс балаһы булған 200-гә яҡын кеше ҡайтарылды, улар урынына хәрби саҡырылышҡа сикләүҙәре булмаған ир-егеттәр оҙатылды.
– Махсус хәрби операция барған биләмәләргә юлланған егеттәргә хөрмәтемде белдергем килә. Шәхсән үҙем бер нисә тапҡыр уларҙы оҙатыуҙа ҡатнаштым: егеттәребеҙ ғаиләләре менән лайыҡлы һәм һағышлы хушлаша. Улар туристик сәйәхәткә түгел, ә ғүмер һәм һаулыҡ өсөн хәүефле биләмәгә юллана, – тине Радий Хәбиров.
Шул уҡ ваҡытта республикала Салауат Юлаев исемендәге тағы бер ирекле батальон төҙөлдө. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ул башлыса СОБР һәм ОМОН ветерандарынан тора, шуға күрә Росгвардия ғәскәре составында буласаҡ.
– Башҡортостан халҡы махсус хәрби операцияла ирекле рәүештә лә ҡатнаша. Был башҡорт халҡының холоҡ үҙенсәлеге лә, менталитеты ла. Борон замандарҙан шулай булған. Беҙ Тыуған ил өсөн барлыҡ һуғыштарҙа ҡатнашҡанбыҙ һәм, кәрәк саҡта, һәр ваҡыт ил менән бергә булдыҡ. Был ҡан хәтере аша бирелә, – тине республика Башлығы.
Транспорт реформаһы тураһында
Өфөлә реформаның беренсе этабы киләһе йылда брутто-килешеүҙәргә күсеү һәм сираттағы тапҡыр автобус паркын киңәйтеү менән тамамлана. Баш ҡалалағы автобустарҙың бер өлөшө райондарға бирелә, унда икенсе этап башлана. Иң мөһим бурыстарҙың береһе – ауылдар менән район үҙәге араһында автобус бәйләнеше булдырыу.
Салауат Юлаев һәйкәле реконструкцияға ябыла
Тутыҡ менән ҡапланып, емерелә башлауы сәбәпле, Салауат Юлаев һәйкәленең етди реконструкцияға мохтажлығы тураһында быға тиклем дә һөйләгәйнек. Республика подрядсы һайланы, 2023 йылдың мартына ул проект эшләй башлай. Һәйкәлде постаменттан алырға кәрәкме, эштәр күпме ваҡытта башҡарыласаҡ – шул мәлдә билдәле буласаҡ. Әгәр эксперттар эште ашығыс рәүештә башларға кәрәк тиһә, Өфөнөң 450 йыллығын һәйкәлһеҙ ҡаршылауыбыҙ ҙа ихтимал. Был мәсьәлә йәмәғәтселек менән берлектә хәл ителәсәк.
Башлыҡ «отставка»ға китеүе тураһында хәбәрҙәргә аңлатма бирҙе
– Мин – республиканың һайлап ҡуйылған етәксеһе, кешеләр ышаныс белдерҙе, республика үҫешен минең менән бәйләй һәм мин бер ҡайҙа ла китергә йыйынмайым. Әммә эшемә хеҙмәткә ҡараған кеүек ҡарайым. Әгәр башҡа эштәр менән шөғөлләнергә ҡушылһа, шуларҙы башҡарасаҡмын. Бойороҡ булһа, шинель кейәбеҙ ҙә үтәргә китәбеҙ. Имеш-мимештәрҙе 2024 йылда көтөлгән һайлауға бәйле тараталар. Был вазифаны биләргә теләгән башҡа кешеләр ҙә бар, шуға күрә «цирк»ҡа әҙерләнергә кәрәк, - тине Радий Хәбиров был хаҡтағы һорауға яуап биреп.
Башлыҡ бер нисә ил, шул иҫәптән Украина тарафынан уға ҡарата һалынған санкциялар тураһында ла һөйләне.
– Уларҙа бер ниндәй ҙә сәйәси мәғәнә юҡ. Был ни өсөн эшләнә? Мин бер ваҡытта ла үҙ билдәләнешемде йәшермәнем, «Путин кешеһе» булыуымды асыҡтан-асыҡ әйтә килдем һәм бының менән ғорурланам. Махсус хәрби операцияға бәйле илебеҙ шундай ҡатмарлы хәлдә ҡалғанда, кешеләр һәләк булғанда, үҙ позицияңды асыҡ белдереү мөһим. Әгәр илеңдә йәшәйһең икән, ауыр минуттарҙа уны яҡларға тейешһең, – тине ул.
Юғары уҡыу йорттарын ҡушыу тураһында
«Вуздарҙы юҡҡа сығарыу өсөн түгел, көсәйтеү өсөн ҡуштыҡ. Берләшкән университетты финанслауҙы арт- тырабыҙ, Рәсәй вуздары картаһында ҙур уйынсы барлыҡҡа килтерәбеҙ. Мин 14 йыл дауамында эшләгән БДУ-ның Хоҡуҡ институты етәкселеге был ҡарарыма шик белдерҙе, әммә уның дөрөҫлөгөн эш менән раҫлаясаҡмын. Беҙ бер кемде лә ҡыҫҡартмаясаҡбыҙ, шул уҡ ваҡытта эшләмәгәндәрҙе тоторға ла йыйынмайбыҙ. Студенттар шундай вузда уҡыуы менән ғорурланасаҡ әле».
Яңы йыл кисәләрен нисек билдәләйбеҙ
Офиста йыйылып, бер-береңде ҡотлап, шампан шарабы күтәреүҙең бер насарлығы ла юҡ. Яңы йылды бер кем дә инҡар итмәй. Беҙ коллегалар менән йыйылырға, ғаилә менән байрам билдәләргә лайыҡлыбыҙ. Әммә шундай мәлдә ҙур табындар, артистар саҡырып шау-шыулы кисәләр ойошторорға кәрәкмәй. Килешмәй.
Бер аҙ шәхси тормош хаҡында
Хоккей мәлендә алған йәрәхәттән һуң, Радий Хәбировҡа тубығына операция эшләгәндәр. Әле һаулығы яҡшы, кәйефе эшсән, реабилитация үткәндән һуң артабан да хоккей уйнарға йыйына.
– Былау – үткән этап, мин башҡа төрлө ризыҡтар бешерергә лә өйрәндем – балыҡ ашы ла әҙерләйем, тандырҙа ҡабырғалар ҡыҙҙырам. Был шөғөл ял бирә. Әммә әлегә бешерге һәм күрһәтке килмәй. Ошо еңел булмаған осорҙо үткәреп ебәрергә кәрәк». Йыш ҡына балаларына ваҡыты етмәй. Өлкән улы Фәрит ҡайһы берҙә атаһы янына эшкә, сәй эсергә килә. Хәүефһеҙлек йәһәтенән Башлыҡ балаларының фотоларын күрһәтмәй, сөнки ул асыҡ эшмәкәрлек алып бара һәм ярайһы уҡ көсөргәнешле мөхиттә йәшәй.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Барлыҡ мөрәжәғәттәр ҙә хакимиәттәргә тапшырыла
Радий Хәбиров үҙенең хакимиәтенә тура бәйләнеш барышында килгән барлыҡ мөрәжәғәттәрҙе иҫәпкә алып, яуаплыларға бүлергә һәм үтәлеш тураһында яуап бирергә ҡушты. Шуға күрә һорауығыҙ яңғыраманы тип борсолмағыҙ, барыбер яуап аласаҡһығыҙ.
ЯҠШЫ ЯҢЫЛЫҠ
Хаҡлы ялдағыларға республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге биргән «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы киләһе йылда ябылмай, киреһенсә, ике тапҡырға киңәйтелә. Тимәк, ике тапҡырға күберәк күләмдә пенсионерҙар сәйәхәткә юллана ала!