

“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры Надир Сәмиев “хаҡы менән сифат” нисбәте йәһәтенән Ҡытай автобустарының көнбайыш аналогтарынан отошлораҡ булыуы, шуға күрә баҙарға байҡау яһағандан һуң, YUTONG компания етештергән машиналарҙы һайлауҙары тураһында һөйләне.
Беренсе этапта “Башавтотранс” ошондай ике автобус һатып алған. Улар 51 кешене ташыуға иҫәпләнгән һәм Ҡазанға, Ухтаға, Түбән Камаға һәм башҡа ҡалаларға рейстар башҡарасаҡ, шулай уҡ республика һәм Рәсәй кимәлендәге төрлө сараларҙы хеҙмәтләндерәсәк.
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, республика “Башавтотранс”ҡа техникаларҙы яңыртыуҙа ярҙам итергә әҙер.
– Үҙебеҙҙең пассажирҙар ташыу компанияһының туристик автобустарҙы үҙаллы һатып ала башлауы ҡыуаныслы, – тине Радий Хәбиров. – Әле төбәккә ошондай класлы 20-гә яҡын машина кәрәк, шуға күрә автопаркты яңыртыуҙа компанияға артабан да ярҙам итәсәкбеҙ.
Фото: glavarb.ru/rus/press
https://bashgazet.ru