

Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров республиканың баш ҡалаһында тағы бер яҡшы туристик урын барлыҡҡа килеүен белдерҙе.
«Минеңсә, матур килеп сыҡты. Был тыл эшсәндәренә, һуғыш балаларына ихтирам билдәһе булып тора, — тине Радий Хәбиров. — Хакимиәтебеҙҙән һуғыш ваҡытында эшләнгән әйберҙәрҙән асыҡ һауалағы музей ойоштороуҙы һорайым. Шәп булыр ине. Ғөмүмән, туристар өсөн тағы бер күркәм урын барлыҡҡа килде. Халыҡ йөрөй, ҡарай, уларға оҡшай. Эшегеҙ өсөн рәхмәт».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тыл хеҙмәтсәндәренең ҡаһарманлығын символлаштырған егерме метрлыҡ «Өфө — хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан.
Башинформ.