Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
9 Ноябрь 2022, 10:02

Андрей Назаров вуз-ара студент кампусының беренсе сиратын 2023 йылдың аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырырға ҡушты

Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының беренсе сиратын 2023 йылға тапшырырға тейештәр. был хаҡта күсмә кәңәшмәлә республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе.

Андрей Назаров вуз-ара студент кампусының беренсе сиратын 2023 йылдың аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырырға ҡуштыАндрей Назаров вуз-ара студент кампусының беренсе сиратын 2023 йылдың аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырырға ҡушты
Андрей Назаров вуз-ара студент кампусының беренсе сиратын 2023 йылдың аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырырға ҡушты

Вуз-ара студенттар кампусын булдырыу буйынса саралар планының беренсе сираты элекке IQ -парк бинаһын реконструкциялауҙы күҙ уңында тота. Әле объектта инженер системаларының бер өлөшө ремонтланған, яңы йылытыу, елләтеү, төтөндән таҙартыу системалары эшләнгән. Яңы стеналарҙы буяу һәм төҙөү буйынса эштәр башҡарылған, фасадтар алмаштырылған. Бина йылытыу миҙгеленә әҙер. Етмәгән инженер системаларын, электр утын йүнәтеү һәм биҙәү эштәре ҡалған.

«Киләһе йылдың аҙағына тиклем бинаны реконструкциялауҙың беренсе этабын тамамлап, файҙаланыуға тапшырырға кәрәк. Был мөһим проект, ул хәҙер беҙҙең өсөн оло әһәмиәткә эйә. Уның барлыҡҡа килеүе Башҡортостанда белем биреүҙе яңы кимәлгә күтәрергә мөмкинлек бирергә тейеш», – тине Андрей Назаров.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас