Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
10 Ноябрь 2022, 06:40

Радий Хәбиров эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен 10 ноябрҙә билдәләнгән һөнәри байрамы менән ҡотланы.

Радий Хәбиров эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланыРадий Хәбиров эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы
Радий Хәбиров эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Уларҙың хоҡуҡ тәртибен һәм халыҡтың именлеген тәьмин итеүгә индергән өлөшөн билдәләп, республика етәксеһе белгестәргә яҡшы хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Ҡотларға инеп сыҡтым. Эҫелә лә, һыуыҡта ла, көнөн дә, төнөн дә улар беҙҙең янда. Фиҙаҡәр, һайлаған эшенә тоғро, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙерҙәр», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
Радий Хәбиров эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы
Радий Хәбиров эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы
Автор:
Читайте нас