

Төбәктә хеҙмәт кешеһенең хоҡуҡтарын яҡлау, эш хаҡын арттырыу маҡсатында өс яҡлы комиссия ойошторолған. Хөкүмәт, эш биреүселәр һәм профсоюздар берлеге араһында 2023-2025 йылдарға иҫәпләнгән килешеүгә ҡул ҡуйылды.
– Хеҙмәт династиялары – һәр предприятие һәм тармаҡтың нигеҙе генә түгел. Улар илебеҙҙең, республикабыҙҙың терәге лә, – тине Радий Хәбиров. – Профессиональ белемде яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылында төрлө һөнәр вәкилдәренә хөрмәт күрһәтеү беҙҙең өсөн намыҫ эше.