Ашҡаҙар
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
11 Ноябрь 2022, 11:00

Башҡортостандың «Алға» махсус иҡтисади зонаһында яңы производство булдырыла

«Фарус-Синтез» компанияһы «Алға» махсус иҡтисади зонаһында йылына 48 мең тонна ҡеүәтенә эйә булған синтетик юғары майлы спирттар етештерә башларға ниәтләй. Проекттың хаҡы 14,7 миллиард һумға баһалана, 400 яңы эш урынын булдырыу күҙаллана, тип хәбәр итә Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостандың «Алға» махсус иҡтисади зонаһында яңы производство булдырыла
Башҡортостандың «Алға» махсус иҡтисади зонаһында яңы производство булдырыла

Проектты бойомға ашырыу федераль кимәлдә хуплау тапҡан. 2022 йылдың авгусында Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы уны иҡтисад тармаҡтарын үҫтереүгә йоғонто яһаған аҙ тоннажлы һәм урта тоннажлы химия продукцияһын етештереү буйынса өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерҙе.

Инвестор планлаштырған производство импортты алмаштырыу йәһәтенән айырыуса көнүҙәк, сөнки хәҙер Рәсәйҙә синтетик юғары майлы спирттар етештерелмәй. Шулай итеп, проектты тормошҡа ашырыу илебеҙҙең сәнәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерергә тейеш.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас в