Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
15 Ноябрь 2022, 08:20

Башҡортостанда 97 мең тоннаға яҡын аҡ шәкәр етештерелгән

Башҡортостандың ике шәкәр заводында яңы уңыш сөгөлдөрөн эшкәртеү дауам итә. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 14 ноябргә «Раевшәкәр» һәм Шишмә шәкәр заводы 627 мең тонна тамыраҙыҡ эшкәрткән.

Башҡортостанда 97 мең тоннаға яҡын аҡ шәкәр етештерелгәнБашҡортостанда 97 мең тоннаға яҡын аҡ шәкәр етештерелгән
Башҡортостанда 97 мең тоннаға яҡын аҡ шәкәр етештерелгән

Бөгөнгә республикала 96,7 мең тонна аҡ шәкәр етештерелгән, шул иҫәптән «Раевшәкәр» йәмғиәтендә – 50,3 мең тонна, Шишмә заводында – 46,2 мең тонна.

14 ноябргә Башҡортостанда татлы тамырҙың тулайым йыйымы 1,361 миллион тонна тәшкил иткән, уңыш – гектарынан 309,1 центнер.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас