

Беҙҙең 73-сө балалар баҡсаһында сабыйҙарға юл йөрөү ҡағиҙәләре тураһында белем биреү буйынса тәрбиәселәр күп эштәр алып бара. Бәләкәй балаларға юл ҡағиҙәләре уйын формаһында аңлатыла. Уйын барышында бала үҙен шул вакиғаға ҡуйып ҡарай, фекерләй һәм ошо хәлдән сығыу юлын эҙләй.
Юл йөрөү ҡағиҙәләре буйынса “Светофор”, “Ниндәй билдә юғалған?” “Транспорт төрҙәре”, “Дүртенсеһен әйт” кеүек дидактик уйындарҙа оло теләк менән ҡатнашалар. Үткәүелдәрҙән ике яҡты ла ҡарап, машина туҡтауға ышаныс булғас ҡына сығыу, автомобилдә йөрөгәндә хәүефһеҙлек ҡайыштарын тағыу буйынса һабаҡтар бирҙек. Әлеге ваҡытта бигерәк тә юл буйында барған-да, үткәүелдән сыҡҡанда яҡты ҡайтар-ғыстар тағыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.
Юл йөрөү ҡағиҙәләрен сабыйҙарыбыҙ ғына түгел, ололар ҙа инҡар итмәйек!
Айгөл ШӘРИПОВА,
73-сө балалар баксаһы тәрбиәсеһе.