

Сарала билдәләнеүенсә, тикшереүгә мораториялар ҡабул итеү, яңы төр контролдәр барлыҡҡа килеү бизнес өсөн уңайлы мөхит булдырасаҡ. "Башҡортостан - илдә эшҡыуарлыҡҡа шарттар тыуҙырыу буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе", - тип билдәләне, мәҫәлән, бизнес-омбудсмен.
Прокуратура вәкиле Илья Голубев иһә үҙ сиратында ведомствоның йүнселдәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса эш өлгөләрен килтереп үтте һәм хәҙер законда тикшереү төрҙәре артыуын да әйтте. Был тикшереүҙәр барыһы ла эшҡыуарҙарға административ баҫымды кәметеүҙе үҙ эсенә ала.
Бизнес-омбудсмен Флүр Әсәҙуллин билдәләүенсә, ултырыш һөҙөмтәһе булып резолюция ҡабул ителәсәк һәм уның маҡсаты нәҡ бизнесҡа тикшереү яғынан баҫымды кәметеүгә ҡайтып ҡала.
Фото: "Башинформ".