Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
20 Ноябрь , 19:49

Стәрлетамаҡтың «Купец 2.0» фестивале мәртәбәле премия яуланы

Туризм өлкәһендәге эштәрҙе баһалау буйынса “Russian Event Awards 2022” мәртәбәле премияһы лауреаттары билдәле булды. Еңеүселәр араһында Башҡортостандан 4 проект бар.

Стәрлетамаҡтың «Купец 2.0» фестивале мәртәбәле премия яуланы
Стәрлетамаҡтың «Купец 2.0» фестивале мәртәбәле премия яуланы

Был хаҡта үҙенең сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты.

Быйыл Стәрлетамаҡта «Купец 2.0» ҡунаҡсыллыҡ фестивале гөрләп уҙҙы. Ҡаланың тарихи стилендә үткән сарала төрлө ҡул эштәре оҫталары ҡатнашты. Хатта илдең башҡа төбәктәренән дә оҫталар бар ине. Сараны ул саҡта Радий Фәрит улы: “Бындай сараны һәр ҡала-район үткәрергә тейеш”, - тип баһалағайны. Тап ошо проект мәртәбәле премияның бер еңеүсеһе тип табылды ла инде (“Тарихи йүнәлештәге иң яҡшы туристик сара” номинацияһында).
Ысынлап та, Башҡортостанда ҡул эштәре шөғөлдәрен, халыҡ йолаларын тергеҙеү буйынса бихисап саралар үтә. Шуларҙың бер нисәһе Russian Event Awards 2022” мәртәбәле премияһына лайыҡ булды. Атап әйткәндә, Башҡортостан туризм үҫеше үҙәге (“Иң яҡшы төбәк туристик сара ойоштороусы” рубрикаһында), Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына арналған Атлы Еңеү Парады (“Иң яҡшы туристик сара идеяһы”) һәм «Апимондия» умартасылар халыҡ-ара федерацияһы конгресы (“Ковид-19 сәбәпле үткәрелмәй ҡалған иң яҡшы туристик проект”) еңеп сыҡты.

Әйткәндәй, Башҡортостандан финалға йәмғеһе 38 проект сыҡҡан, шуларҙың 18-е төрлө награда алған. Жюри йәмғеһе 62 төбәктән 600 проектты уңышлы тип билдәләгән. Төрлө номинацияларҙа шулай уҡ “Башҡорт аты” “100 велосипедсы көнө”, “Ваҡыт йылғаһы”, “Евразия йөрәге” проекттары ла ҙур баһаға лайыҡ булған.

“Бындай һөҙөмтәгә тәүгегә ирештек. Был еңеү, әйтергә кәрәк, һәр район-ҡалала үҙенә генә йәки урынға хас үҙ туристик сара булдырыу йәһәтенән башҡарылған ҙур эштең һөҙөтмәһе. Был ҙур һәм системалы эш. Еңеүселәрҙең барыһын да ҡотлайым һәм бөтә проекттарҙы атҡарып сығыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерәм”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Стәрлетамаҡтың «Купец 2.0» фестивале мәртәбәле премия яуланы
Стәрлетамаҡтың «Купец 2.0» фестивале мәртәбәле премия яуланы
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас в