Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
21 Ноябрь 2022, 11:04

Башҡортостанда гуманитар йөк йыйыу һәм оҙатыу өсөн координация үҙәге ойошторолдо

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә бөгөн махсус хәрби операция үткерелгән биләмәгә гуманитар йөк әҙерләп ебәреү өсөн республика координация үҙәген булдырыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйыуын хәбәр итте. Уны Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин етәкләй.

Башҡортостанда гуманитар йөк йыйыу һәм оҙатыу өсөн координация үҙәге ойошторолдоБашҡортостанда гуманитар йөк йыйыу һәм оҙатыу өсөн координация үҙәге ойошторолдо
Башҡортостанда гуманитар йөк йыйыу һәм оҙатыу өсөн координация үҙәге ойошторолдо

Гуманитар йөк йыйыу өсөн логистика үҙәге «Башсельхозтехника» предприятиеһында ойошторола. Ғаризалар йыйыу менән республика хөкүмәте шөғөлләнә.

«Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн тауарҙарҙы һәм кәрәк-яраҡтарҙы логистика үҙәге аша ғына оҙатыуҙы маҡсатҡа ярашлы тип иҫәпләйем. Күңел ҡушыуы буйынса гуманитар ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Айына ике тапҡыр ҙур ылау ебәрергә иҫәп тотабыҙ», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин һүҙҙәренсә, гуманитар йөк Башҡортостандың ирекле батальондары яугирҙәренә, мобилизацияланғандарға, шулай уҡ шефлыҡҡа алынған хәрби госпиталдәргә оҙатыла.

Башинформ.

Башҡортостанда гуманитар йөк йыйыу һәм оҙатыу өсөн координация үҙәге ойошторолдо
Башҡортостанда гуманитар йөк йыйыу һәм оҙатыу өсөн координация үҙәге ойошторолдо
Автор:
Читайте нас