Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
24 Ноябрь 2022, 17:11

Башҡортостан Башлығы Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе урынбаҫары менән осрашты

24 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе урынбаҫары Александр Михайлик менән осрашты.

Башҡортостан Башлығы Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе урынбаҫары менән осрашты
Башҡортостан Башлығы Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе урынбаҫары менән осрашты

«Беҙ һеҙҙең менән күп кенә проекттар сиктәрендә эшләйбеҙ, федераль бюджеттан республикаға йүнәлтелгән аҡсаға һаҡсыл ҡарайбыҙ. Әлбиттә, һеҙҙең кәңәштәрегеҙ беҙҙең өсөн бик мөһим», – тине Радий Хәбиров.

Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе урынбаҫары республиканың финанстар менән идара итеү йәһәтенән эш һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.

«Өфөнөң Волга буйы федераль округының финанс-иҡтисади органдары форумын үткәреү майҙансығы итеп һайланыуы осраҡлы түгел. Башҡортостан был йәһәттән башҡа төбәктәр өсөн яҡшы өлгө булып тора. Бында яңылыҡтар күп, уларҙы таратырға кәрәк», – тип билдәләне Александр Михайлик.

Ул республика етәкселегенә 2023 йылдың майында Бөтә Рәсәй форумының аҙаҡҡы этабындағы экспозиция майҙансығында Башҡортостанды күрһәтергә тәҡдим итте. Радий Хәбиров был башланғысты хупланы.

«Беҙ тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашырға һәм форум эшендә әүҙем ҡатнашырға әҙербеҙ», – тине республика етәксеһе.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: