Ашҡаҙар
-1 °С
Ясно
Республика һулышы
1 Декабря 2022, 07:24

Почта бүлексәләрендә Ҡыш бабай почтаһы эшләй башланы

Рәсәй почтаһы Ҡыш бабайға хаттар өсөн яңы йыл почтаһы асты. Хатты 31 декабргә тиклем ебәрергә кәрәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Почта бүлексәләрендә Ҡыш бабай почтаһы эшләй башланыПочта бүлексәләрендә Ҡыш бабай почтаһы эшләй башланы
Почта бүлексәләрендә Ҡыш бабай почтаһы эшләй башланы

Байрам өсөн махсус биҙәлгән яңы йыл почта йәшниктәрен үҙәк һәм ҙур почта бүлексәләрендә табырға була. Яңы йыл тылсымсыһына хатты икенсе почта йәшнигенә лә төшөрөргә мөмкин — улар почтаның һәр бүлексәһендә бар.

Хат төп тылсымсыға барып етһен конвертың тышына: «162390, Рәсәй, Вологда өлкәһе, Бөйөк Устюг ҡалаһы, «Ҡыш бабай йорто» тип яҙырға кәрәк.

Ҡыш бабайға хатты Бөйөк Устюг ҡалаһына ғына түгел, башҡорт Ҡыш бабайына, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙең яңы йыл тылсымсыһына ебәрергә мөмкин: Свердловск өлкәһендә — Урал Ҡыш бабайы, Ямалда — Ямал Ири, Удмуртияла — Тол Бабай, Сыуашстанда  — Хел Мучи, Мари Иле — Йушто Кугыза, Яҡутстанда — Чысхаан, Карелияла — Паккайне, Татарстанда — Кыш Бабай, Бүрәтстанда — Сааган Убгэн.

Рәсәй почтаһыхәбәр итеүенсә, 2021 йылда Бөйөк Устюг ҡалаһына ғына 170 меңгә яҡын хат ебәрелгән, тағы ла бер нисә меңе — башҡа төбәктәргә.

Башинформ

 

Автор:
Читайте нас