Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
1 Декабрь 2022, 00:05

Радий Хәбиров «Орбита» предприятиеһында күсмә «Сәнәғәт сәғәте» үткәрҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Дим районындағы «Орбита» ғилми-файҙаланыуға индереү предприятиеһында күсмә «Сәнәғәт сәғәте» үткәрҙе. Тәүҙә ул һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау өсөн медицина ҡорамалдары һәм тренажерҙар етештереү менән шөғөлләнгән компанияның эшмәкәрлеге менән танышты.

Радий Хәбиров «Орбита» предприятиеһында күсмә «Сәнәғәт сәғәте» үткәрҙе
Радий Хәбиров «Орбита» предприятиеһында күсмә «Сәнәғәт сәғәте» үткәрҙе

«Орбита» ғилми-файҙаланыуға индереү предприятиеһы» йәмғиәтенең генераль директоры Марсель Ғиниәтуллин һүҙҙәренсә, компания 1991 йылда ойошторолған. Радий Хәбиров лазер менән ҡырҡыу цехын, йыйыу производствоһын ҡараны, техник контроль бүлегенең һәм конструкторҙар бюроһының эше менән танышты. Барлыҡ продукция сертификация үткән һәм халыҡ-ара ISO стандарттарына тап килә, компанияның сауҙа маркаһы һәм бренды Рәсәйҙә генә түгел, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә лә киң билдәле.

«Сәнәғәт сәғәте»ндә сығыш яһағанда предприятие директоры 2023 йылда компанияның яңы производство бинаһы төҙөргә, ә 2024 йылда продукция етештереүҙе 2 тапҡырға, йылына 2400 аппаратҡа тиклем арттырырға йыйыныуы хаҡында һөйләне. Предприятие ҡорамалдар һатып алыуға 45 миллион һум тотонорға һәм хеҙмәткәрҙәр һанын арттырырға иҫәп тота.

Электр менән тәьмин итеү һәм предприятие биләмәһе сигенә газ үткәреү мәсьәләләре төп проблемалар булып тора. Республика Башлығы был мәсьәләне республиканың ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалары менән берлектә өйрәнергә ҡушты. Предприятиеға үҙенең етештереү участкаларында эшләү өсөн хеҙмәткәрҙәр ҙә кәрәк. Радий Хәбиров күп компанияларҙың директорҙары ошо мәсьәләне күтәреп сығыуын һәм бөгөн эшсе һөнәрҙәр баҙарында конкуренцияның юғары булыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итеү өсөн төп стимул — юғары эш хаҡы.

«Бөгөн «Сәнәғәт сәғәте»нә тиклем предприятиеғыҙҙы ҡарап сыҡтыҡ, һеҙ медицина реабилитацияһы өсөн кәрәкле продукция сығараһығыҙ. Предприятиеғыҙға һәм коллегаларығыҙға айырым ярҙамсы программа сиктәрендә бюджеттан льготалы субсидиялар менән ярҙам итербеҙ, уны бойомға ашырыу өсөн аҡсаны киләһе йылға бюджетта ҡарарбыҙ», — тине Радий Хәбиров.
 
Башинформ.
Автор:
Читайте нас: