Уның һүҙҙәренсә, бөгөн республика сәнәғәте тулайым төбәк продуктының өстән бер өлөшөн тиерлек етештерә. Төп тармаҡтар – химия һәм нефть химияһы, электр энергетикаһы, машиналар эшләү һәм металлургия – иртәгәһе көнгә ышаныслы ҡарай.
«Беҙ еңел сәнәғәт һәм урман сәнәғәте комплексы предприятиеларына ярҙам итәбеҙ. Льготалы займдар һәм гранттар бирәбеҙ. Ведомство-ара комиссиялар сиктәрендә эре холдингтар менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итәбеҙ.Өҫтөнлөклө зоналар булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ.
Намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт белдерәм. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйем», - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы бөгөн сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында эшләгән 47 хеҙмәткәр республиканың дәүләт наградалары менән бүләкләне. Улар араһында Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Нефтекаманың «Искожа» хеҙмәткәрҙәре, шахтерҙар һәм машина эшләүселәр бар.
Башинформ.