

«Хеҙмәткәрҙәр һанын ҡыҫҡартҡанда граждандарҙың ошо категорияһына эш урынын һаҡлап ҡалыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡ бирергә тәҡдим ителә. Федераль ҡануниәт хәрби хәрәкәттәр ветерандарына киң ярҙам сараларын, шул иҫәптән пенсия тәьминәте, медицина хеҙмәтләндереүе, һөнәри белем биреү буйынса ташламаларҙы күҙ уңында тота. Әммә уларҙың хеҙмәт хоҡуғы яҡланмаған. Уларҙың Ватан алдындағы ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып, ҡануниәттәге ошо етешһеҙлекте бөтөрөргә кәрәк тип иҫәпләйбеҙ», — тине парламент спикеры Константин Толкачев.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары пенсия алды йәшендәге граждандарға ла ошондай хоҡуҡ бирергә тәҡдим итә. Ике закон проекты ла Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитетына ҡарауға индерелде.
Башинформ.