

Мин Йылайыр районы Матрай ауылында тыуып үҫкәнмен. Бында урмандар ҙа, тауҙар ҙа, далалар ҙа, сылтырап аҡҡан йылғалар ҙа –барыһы ла бар. Нәҡ ошо матур тәбиғәт ҡосағында тыуғанмын, үҙ телемдә башҡортса һөйләшергә һәм аралашырға өйрәнгәнмен. Бәләкәй саҡтан балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә башҡортса матур итеп үҙ телемдә һөйләшәм. Әле ҡалала, тыуған яҡтан ситтә йәшәһәм дә, телемде онотмайым һәм тиҫтерҙәрем менән урамда, колледжда, ял иткәндә лә фәҡәт башҡортса аралашабыҙ. Ҡайһы берәүҙәрҙең фекере менән килешеп етмәйем был йәһәттән: кемдер ҡалала башҡорт телендә аралашыу уңайһыҙ, ти. Әлләсе, уңайһыҙ ҙа түгел, бер кем дә әрләмәй ҙә, көлмәй ҙә, бармаҡ менән дә төртөп күрһәтмәй, хатта тиҫтерҙәрем килеп, ошо һүҙ башҡортса нисек була ул, тип ҡыҙыҡһыналар әле. Һәр кем шулай үҙ телендә ҡурҡмай, оялмай һөйләшергә, башҡа телдә һөйләшкәндәрҙе лә хөрмәт итергә тейештер, тип уйлайым.
Башҡорт теленә булған ҡыҙыҡһыны-уым мине бейеү һәм йыр түңәрәгенә алып килде. Башҡорт теленә булған һөйөүем хатта ҙур ваҡиғалар кисерергә ярҙам итте: “Байыҡ” республика телевизион бейеү бәйгеһенә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Шуның өсөн дә мин башҡортса йырларға, бейергә, һөйләргә яратам. Ғөмүмән, телем миңә ижадта яңы мөмкинселектәр асырға ярҙам итә. Шиғыр яҙырға ла бик әүәҫмен. Һеҙҙең иғтибарығыҙға үҙем яҙған шиғыр юлдарын тәҡдим итергә булдым.
Башҡортостан – минең ерем,
Башҡорт телем – туған телем!
Һинән башҡа, ғәзиз илем,
Бүтән ерҙе эҙләмәйем!
Бейек тауҙар, урмандарың,
Йылғаларың, күлдәрең.
Сылтырап аҡҡан шишмәләрең...
Салауаттай батырҙарың,
Шайморатовтай улдарың
Халҡымдың ҙур терәге.
Һеҙ барында мәңге йәшәр
Минең тыуған төйәгем!
Әлеге көндә мин Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжында белем алам. Бында ла башҡорт телен өйрәнеүҙе дауам итәм. Башҡорт теле буйынса бик күп конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, маҡтау ҡағыҙҙары алып, тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшәм. Тыуған ергә, Башҡортостанға булған һөйөүем мине “туризм” бүлегенә алып килде лә инде.
Башҡорт теленең серҙәрен асырға беҙҙе башҡорт теле уҡытыусыһы Миңни-ра Ринат ҡыҙы Сәғҙәтова өйрәтә. Беҙ уның менән башҡорт халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен, йолаларын, башҡорт халыҡ тарихын өйрәнәбеҙ. Ниндәй генә ауырлыҡтар булһа ла, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ул. Студенттарында ысын ватансылыҡ рухын үҫтерә, бөтә уҡытыусылар ҙа шулай булһын ине ул!
Туғандарыма, уҡытыусыларыма баш-ҡорт телен өйрәткән өсөн ҙур рәхмәт әйткем килә, улар өйрәтмәһә, башҡорт телен белмәһәм, донъям етеш булмаҫ ине һымаҡ.
Зәлиә АТНАБАЕВА,
Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы студенты.