

Ведомствола билдәләүҙәренсә, яңы йыл каникулдары — ғаилә менән әүҙем ял итеү өсөн иң уңайлы ваҡыт. Һыуыҡ көндә ҡышҡы уйындар иммунитетты нығыта, туғандарҙы һәм яҡындарҙы бергә туплай, бер йылға етерлек ыңғай тәьҫораттар һәм матур хәтирәләр бүләк итә.
2023 йылдағы беренсе Ғаилә ялында ҡатнашыусыларҙы спорт эстафеталары һәм конкурстар, бейеү флэшмобы һәм ҡайнар сәй көтә.
Өфөлә «Ҡышҡы шау-шыу» Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Инеү бушлай.
Республиканың башҡа ҡалаларында һәм райондарында саралар уҙғарыу урынын һәм ваҡытын Башҡортостандың Ғаилә порталында белергә мөмкин.
Башинформ.