Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
19 Ғинуар 2023, 13:00

2023 йылда Башҡортостан халҡының тормошон яҡшыртасаҡ биш яңылыҡ

Ҙур тиҙлекле бөгөнгө тормошта яңылыҡтарҙың барыһы менән дә ваҡытында танышып барыу мөмкин түгел. Ваҡыт әйләнешен аҙ ғына кәметеп, һуңғы йылдарҙағы үҙгәрештәргә байҡау яһайыҡ һәм 2023 йылда көтөлгән яңылыҡтар менән танышайыҡ.

2023 йылда Башҡортостан халҡының тормошон яҡшыртасаҡ биш яңылыҡ2023 йылда Башҡортостан халҡының тормошон яҡшыртасаҡ биш яңылыҡ
2023 йылда Башҡортостан халҡының тормошон яҡшыртасаҡ биш яңылыҡ

Хаҡлы ялдағылар Башҡортостан буйлап күберәк сәйәхәт итә ала

2019 йылдан республикала «Башҡорт оҙон ғүмерлеге» программаһы эшләй. Был проект махсус рәүештә оло йәштәгеләр өсөн булдырылды, ул пенсионерҙарға бөтә республика буйлап сәйәхәт итергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, ауыл кешеләре Өфөгә килеп, баш ҡаланың иҫтәлекле урындарында була, ә ҡаланыҡылар, киреһенсә, төбәгебеҙҙең иң төпкөл мөйөштәренә барып, милли көнкүреш үҙенсәлектәре менән таныша ала.
Былтыр республика Башлығы Радий Хәбиров программала ҡатнашыусылар һанын һәм сәйәхәт итеү урындарын арттырырға ҡушты. Быйыл финанслау күләменең ике тапҡырға – 48 миллион һумғаса артыуы билдәле булды. Был ике тапҡыр күберәк һандағы оло йәштәгеләрҙе – 20 меңгә тиклем кешене сәйәхәткә йәлеп итеү мөмкинлеге бирә.
Проектта ҡанташыу пенсионерҙар өсөн тулыһынса бушлай, ул йылына бер тапҡыр бирелә. Ҡатнашыу өсөн долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә, сәйәхәт йүнәлешен, уңайлы маршрут һәм ваҡыт һайларға кәрәк.

Ауылдан ҡалаға йөрөү еңелләшә

2023 йылда республикала транспорт реформаһының икенсе этабы башлана. Белеүебеҙсә, был реформа – Радий Хәбировтың төбәк Башлығы вазифаһында башлаған тәүге ҙур эштәрҙең береһе. Ул саҡта пассажирҙар ташыу баҙарында хәлдәр ныҡ ҡатмарлы ине. Бында шәхси ташыусылар өҫтөнлөк итте. Улар иң килемле маршруттарға эйә булып, кешеләрҙе иҫкереп бөткән ПАЗиктарҙа ташый торғайны. Дәүләт кимәлендәге ташыусы булған «Башавтотранс»тың паркы ла иҫке автобустарҙан торҙо. Әле хәл-торош үҙгәрә. Маршруттарға ҙур, уңайлы автобустар сыға, йәмәғәт транспортының раҫланған йөрөү ваҡыты барлыҡҡа килде, «юлдағы һуғыштар» туҡтаны.
Реформаның икенсе этабында респуб­ликаның ауыл-ҡасабалары араһындағы транспорт бәйләнеше көйләнәсәк. Төп иғтибар райондарға бирелә, сөнки кешеләргә район үҙәгенә барып ҡайтыу уңайлы булырға тейеш. Һәр пассажирҙың билдәле бер ваҡытта ауылынан сығып, шул уҡ көндә урап ҡайта алыуы шарт.

Райондарҙа яңы юлдар барлыҡҡа килә

Ауылдарҙы үҙ-ара тоташтырған, юл- дарҙы хәүефһеҙ иткән, юл-транспорт ваҡиғаларының һанын кәметкән тағы бер ҙур эш – юлдарға ҡырсынташ түшәү. Ул муниципалитеттарҙа ғына түгел, яңы биҫтәләрҙә лә алып барыла. Башҡортостан йылдан-йыл торлаҡ төҙөлөшө буйынса алдынғылыҡ яулай, әммә яңы йортҡа күсеүселәр уңайлы инфраструктураға ла эйә булырға тейеш. Әлеге ваҡытта ошо мәсьәләгә ҙур иғтибар бүленә. Йыл һайын райондар республика бюджетынан юлдарға ҡырсынташ түшәүгә миллионлап һум аҡса ала. Былтыр ошо маҡсатта 270 миллион һум бүленгән. 2024 йылға тиклем 7,3 мең километр юл төҙөкләндерелергә тейеш.
– Был мәсьәләләр тиҫтә йылдар дауамында хәл ителмәгән, беҙ уны «үле нөктәнән» ҡуҙғата алдыҡ, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров. – Халыҡ үҙенең участкаһына, шулай уҡ яңы биҫтәләргә яҡшы юлдарҙан бара ала.
Төбәк етәксеһе ҡырсынташ түшәү менән бер рәттән юлдарҙы асфальтлау һәм төҙөкләндереү эштәренең дә планға ярашлы дауам итеүен билдәләне.

Буш ятҡан ерҙәр сәселә

2023 йылда Башҡортостан сәсеү майҙандарын арттырасаҡ, шул иҫәптән бойҙай, етен, соя, ҡарабойҙай, кукуруз, сөгөлдөр баҫыуҙарын арттырыу күҙ уңында тотола. Дәүләт хужалыҡтарҙы импортҡа бәйле культура орлоҡтары менән тәьмин итеү йәһәтенән ярҙам күрһәтә. Һыу һибеү ойошторолған баҫыуҙар ҙа артасаҡ. Буш ятҡан ерҙәр тулыһынса иҫәпкә алынасаҡ. Төбәк Башлығы 2023 йылда Хөкүмәткә, Росреестр һәм Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеүе идаралыҡтарына ауыл хужалығы ҡарамағындағы ерҙәрҙе иҫәпкә алыуҙы үткәрергә ҡушты. 2024 йылға ҡулланылмай ятҡан бер гектар ер ҙә ҡалмаҫҡа тейеш, тип билдәләне ул. Был биләмәләрҙә ауыл хужалығы продукцияһын етештереү ойоштороласаҡ.
Майҙандар артҡанға күрә эшкәртеү мәсьәләһен хәл итеү бурысы тыуасаҡ. Республикала 2021–2026 йылдарға аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү концепцияһы эшләнде. Производстволар үҙгәртеп ҡороласаҡ, бәләкәй эшкәртеү предприятиелары үҫтереләсәк, кадрҙар мәсьәләһенә, урында етештерелгән аҙыҡ-түлекте киңерәк танытыуға иғтибар йүнәлтеләсәк.

Спорт объекттары төҙөлә

Республика халҡы йылдан-йыл сәләмәт тормош алып барыуға иғтибарҙы арттыра. БР Спорт министрлығының мәғлүмәттәренә ярашлы, спортты йәшәү рәүеше тип һайлаусылар нисбәте 55 проценттан артты. 2023 йылда Хөкүмәт халыҡты спорт ҡорамалдары менән тәьмин итеүҙе 73,3 процентҡа еткереү бурысын ҡуя. Былтыр власть органдары спортты финанслауҙы 1,5 тапҡырға арттырырға өлгәште. Быйыл дөйөм финанслау күләме 6,8 миллиард һум тәшкил итәсәк, был 2021 йыл кимәленән ярты тапҡырға күберәк.
Белеүебеҙсә, баш ҡалала Өфөнөң 450 йыллығына бер нисә ҙур объект төҙөлә: көрәш үҙәге, ишкәкле слалом ҡоролмаһы. Дөйөм алғанда, республика район һәм ҡалаларҙа яҡшы йыһазландырылған майҙансыҡтарҙың, физкультура-һауыҡтырыу комплекс­тарының, бассейндарҙың, хоккей майҙансыҡтарының халыҡҡа яҡын һәм уңайлы булыуы өсөн маҡсатлы эшмәкәрлек алып бара.

 

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас