Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
19 Ғинуар 2023, 08:00

Радий Хәбиров: Республика халҡы өсөн Өфө – тотош төбәктең ҡеүәте, көсө һәм интеллекты

Һеҙҙең менән бергә баш ҡалала тәртип урынлаштырыу һәм бик күп йыйылып килгән проблемаларҙан ҡотолоу мөһим, тине Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығына әҙерләнеүгә арналған эш кәңәшмәһендә. Унда ҡала Советы, ҡала һәм район хакимиәттәре депутаттары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.

Радий Хәбиров: Республика халҡы өсөн Өфө – тотош төбәктең ҡеүәте, көсө һәм интеллектыРадий Хәбиров: Республика халҡы өсөн Өфө – тотош төбәктең ҡеүәте, көсө һәм интеллекты
Радий Хәбиров: Республика халҡы өсөн Өфө – тотош төбәктең ҡеүәте, көсө һәм интеллекты

«Ҡалала йәшәү уңайлы булырға, Өфө илдең иң яҡшы ҡалаларының береһенә әүерелергә һәм уның халҡы баш ҡалабыҙ менән ғорурланырға тейеш. Быға ныҡ иғтибар бүлергә кәрәк. Әйҙәгеҙ, Өфөлә булған проблемаларҙы бергәләп хәл итәйеҡ. Әлегә коммуналь өлкәлә борсоған һорауҙар күп. Ҡыш етһә, ҡар менән көрәшә башлайбыҙ. Һыу менән тәьмин итеүгә бәйле һәм башҡа мәсьәләләр бар», - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы фекеренсә, Өфө 21 быуат ҡалаһы булырға тейеш, бының өсөн уның стратегик үҫеше – яңы йәмәғәт киңлектәре, уңайлы торлаҡ, социаль объекттар, йәшәү сифаты, халыҡтың килеме, транспортты һәм юл хужалығын үҫтереү тураһында уйлау мөһим. Өфөлә үҫеш һәм торлаҡ һалыу өсөн яңы ерҙәр барлыҡҡа килә, әйтәйек, Ағиҙел аръяғында, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Ләкин ҡаланың яңы биләмәләрен үҫтереүҙең берҙәм генераль планы кәрәк, барыһы ла ентекле уйланырға тейеш. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәм, 2030 йылға Башҡортостанда Рәсәй президенты ҡушыуы буйынса 4 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелергә, Өфө әлеге мәсьәләне хәл итеүгә төп өлөш индерергә тейеш. 2023 йылда республикала алданған өлөшсөләргә бәйле проблеманы ла тулыһынса хәл итеү зарур», – тине Радий Хәбиров.

Өфөлә юл төҙөлөшөнә байтаҡ аҡса йүнәлтелә, тип билдәләне республика етәксеһе. 2024 йылға Көнсығыш сығыу юлы һалынып бөтөргә тейеш. Баш ҡаланың юбилейына «Көньяҡ ҡапҡалар» төҙөлөшөнөң беренсе этабы тамамлана.

Хаҡы 29 миллиард һумлыҡ икенсе этап Пугачев урамынан Кузнецов затонындағы Өфө - Аэропорт юлына тиклем көньяҡ урау юлын һалыуҙы күҙ уңында тота.

Республика етәксеһе Өфөгә ҡараған спутник-ҡасабалар, коттедж ҡасабалары проблемаларын хәл итеүгә иғтибар бирҙе.

Радий Хәбиров шулай уҡ яңы спорт объекттарын төҙөү буйынса ҙур эш башҡарылыуын, Көрәш һарайы, фехтование һәм ишкәкле слалом үҙәктәре төҙөлөүен билдәләне.

Өфөлә донъя кимәлендәге Фәнни-белем биреү үҙәге булдырылған, 5 мең урынлыҡ вуз-ара кампус төҙөлөшө башлана.

Радий Хәбиров ҡала властарына әлеге ваҡытта махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурыстарын үтәгән яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Беҙҙең мөһим бурысыбыҙ – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең ғаиләләрен иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алыу. Был мәсьәләлә ҡатылыҡ һәм формализм булырға тейеш түгел», – тине Радий Хәбиров.

Республиканың барлыҡ халҡы өсөн Өфө – төбәктең ҡеүәте, көсө һәм интеллекты, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас