

«1 майҙа төҙөлөш эштәренә тотонабыҙ. Төҙөлөш майҙансығы әҙер. Финанслауға килгәндә, 20 проценты – предприятие, 80 проценты – заем аҡсаһы. Быйыл һыйыр аҙбары, һауыу һәм быҙаулатыу блоктары төҙөп, 11 октябргә файҙаланыуға тапшырырға иҫәп тотабыҙ. 2024 йылда һыйыр аҙбарының икенсе корпусын, сенаж траншеяларын сафҡа индерергә уйлайбыҙ. 2025 йылда биләмәне төҙөкләндерербеҙ һәм комплексты тапшырырбыҙ», – тип һөйләне «Башинформ» агентлығына «Үҙәк» МТС-ының капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы Венер Әбүбәкеров.
Инвесторға ауыл хужалығы техникаһы, ҡорамалдар һәм йәш тоҡом малын һатып алыуға сығымының бер өлөшөн ҡаплайҙар.
Радий Хәбиров етештерелгән һөттө ҡайҙа һатыу, шулай уҡ мал аҙығы әҙерләү өсөн майҙандар бармы-юҡмы икәнлеге менән ҡыҙыҡһынды. «Үҙәк» МТС-ы вәкилдәре әйтеүенсә, уларҙың һөт заводтарына ташыу эше яйға һалынған, мал аҙығы әҙерләү менән дә проблемалар юҡ.
Әйткәндәй, Илеш районы республикала һөт етештереү буйынса икенсе урынды биләй, былтыр бында 50, 4 мең тонна һөт етештерелгән.
2030 йылға республикала 50 индустриаль һөтсөлөк фермаһын төҙөү планлаштырыла.
Белгестәр баһалауынса, стандарт индустриаль ферманың сығымын – 8 йылда, ә республиканан күрһәтелгән ярҙам менән 6 йылда ҡапларға мөмкин.
Башинформ.