

«Башҡортостан Яҙыусылар союзының яңы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыуҙа быйыл йәй унда ремонт башларға һөйләшеп килештек. Бөгөн улар был бинала ултырмай, сөнки ҡыйыҡтан һыу үтә. Беҙ яҡшы итеп ремонт яһарбыҙ, фасадын, ҡыйығын, бүлмәләрҙе яңыртырбыҙ. Эште башлағыҙ, Финанс министрлығына йөкләмә бирҙем», — тине ул, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға мөрәжәғәт итеп.
Радий Хәбиров бинаның 1984 йылда уҡ республиканың ул саҡтағы етәксеһе Миҙхәт Шакировтың ҡарары буйынса Яҙыусылар союзына тапшырылғанын билдәләне. Шул ваҡыттан бирле унда бер ҡасан да ремонт башҡарылмаған.
Айгиз Баймөхәмәтовтың тәҡдиме буйынса, ремонттан һуң унда йәш шағирҙар һәм яҙыусылар өсөн әҙәби салон асыу күҙаллана.
Башинформ.