Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
14 Февраль 2023, 17:10

Радий Хәбиров: Евразия күсмә цивилизациялар музейында ғилми-мәҙәни үҙәк ойошторола

Евразия күсмә цивилизациялар музейы киләсәктә Евразия күсмә цивилизациялар ғилми-мәҙәни үҙәге итеп үҙгәртелә. Башҡортостан Башлығы проект концепцияһын тикшергәндән һуң журналистарға интервьюһында ошо хаҡта белдерҙе.

Радий Хәбиров: Евразия күсмә цивилизациялар музейында ғилми-мәҙәни үҙәк ойошторола
Радий Хәбиров: Евразия күсмә цивилизациялар музейында ғилми-мәҙәни үҙәк ойошторола

«Унда музей ҙа, ғилми, археологик, мәҙәни, этнологик өлөш була. Евразия күсмә цивилизациялар ғилми-мәҙәни үҙәге, беренсенән, беҙгә республикабыҙ, халҡыбыҙ, Евразия киңлегендә йәшәгән халыҡтарҙың тарихына тәрәнерәк ҡарарға мөмкинлек бирә. Ошондай цивилизациялы тарихи процестарҙа башҡорт халҡының ролен, Башҡортостандың ролен аңларға. Мәҫәлән, ул ваҡытта Башҡортостан күсмә цивилизацияларҙың административ үҙәге булған тигән тезис. Был мөһим. Кәшәнәләр, күп археологик табылдыҡтар быны раҫлай», — тине Радий Хәбиров, «Башинформ» агентлығы һорауына яуап биреп.

Музей-үҙәктең берләштереүсе роле булараҡ та әһәмиәте ҙур.

«Евразия киңлегенең ғәйәт ҙур биләмәһендә хәҙер төрлө дәүләттәрҙә йәшәгән халыҡтар күсеп йөрөгән. Беҙҙең бурыс — тамырҙарыбыҙҙың Евразияның ҙур тарихына барып тоташҡаны, ата-бабаларыбыҙҙың икһеҙ-сикһеҙ ерҙәр буйлап күсеп йөрөгәне хаҡында барыһының да иҫенә төшөрөү, бик аҙ ҡалған тарихи мираҫты һаҡлап ҡалыу. Күсмә цивилизацияларҙың төп проблемаһы нимәлә һуң? Европа цивилизацияларынан айырмалы рәүештә, беҙҙә матди мәҙәниәт объекттары бик аҙ. Уларҙың 1000, 1200-шәр йыл элек төҙөлгән һарайҙары, ғибәҙәтханалары бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә бындай объекттар булмаған. Шуға күрә ҡурғандарыбыҙ, ҡәберлектәребеҙ беҙҙең мәҙәниәт, мираҫ сығанаҡтары булып тора, хәҙер уларҙы күберәк таба башланыҡ. Әлбиттә, эпостар, риүәйәттәр, хикәйәттәр. Шуға күрә быларҙың һәммәһен дә бергә тупларға кәрәк», — тине республика етәксеһе.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, күсмә цивилизациялар музейы проекты биш-алты йылға иҫәпләнгән һәм унда ҙур эш башҡарырға кәрәк.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: