Ашҡаҙар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
17 Февраль 2023, 16:21

Башҡортостандың иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәттәренә 500-шәр мең һумлыҡ грант тапшырыла

Радий Хәбиров республиканың иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәттәре өсөн Башҡортостан Башлығының 500-шәр мең һумлыҡ 10 грантын булдырыу тураһында иғлан итте. Был хаҡта ул бөгөн, 17 февралдә, Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында барған «SMART-баҡсасы» форумында белдерҙе.

Башҡортостандың иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәттәренә  500-шәр мең һумлыҡ грант тапшырыла
Башҡортостандың иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәттәренә 500-шәр мең һумлыҡ грант тапшырыла

Республикала ярты миллионға яҡын кешенең баҡса участкалары, баҡсасыларҙың үҙ субмәҙәниәте бар, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Төбәктә – 1,5 мең баҡсасылыҡ ширҡәте. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә алтынсы урынды биләй.

«Беренсе форум йомғаҡтары буйынса республика бюджетынан 116 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде, был сумма әлегә ҙур түгел тип әйтә алам.

Тәүҙә беҙ инә торған юлдарҙы ремонтлауға 66 миллион һум йүнәлттек. Быйыл был эште дауам итербеҙ. Ҡатмарлы шарттарға һәм санкция баҫымына ҡарамаҫтан, быйыл баҡсасыларҙың проблемаларын хәл итеүгә ярҙам суммаһын 250 миллион һумға тиклем арттырҙыҡ», – тине Радий Хәбиров.

Хәҙер коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре сифатлы электр уты менән тәьмин ителә башланы. Уларҙың селтәрҙәре профессиональ селтәр ойошмаларына тапшырылды, тип билдәләне республика етәксеһе.

Башҡортостанда баҡсасыларға финанс йөкләмәһен кәметеү өсөн властар ширҡәт биләмәһе сиктәрендә кадастр эштәренә, контейнер майҙансыҡтарын урынлаштырыуға, шулай уҡ проект-смета документацияһын әҙерләүгә һәм дәүләт экспертизаһын үткәреүгә сығымдарҙың 90% ҡапларға ҡарар итте.

«Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү» дәүләт программаһы сиктәрендә 2023 йылда сығымдарҙы компенсациялауға Башҡортостан ҡаҙнаһынан 50 миллион һум ҡаралған.

Автобустар, ҡала яны поездары бәйләнешен ойоштороу буйынса хәл яйға һалына, канат юлы һәм йылға кисеүҙәре өҙлөкһөҙ эшләй, тине Радий Хәбиров. Баҡсасылыҡ ширҡәттәренең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөһим әһәмиәткә эйә.

Былтыр баҡсасыларҙың беренсе форумында ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына баҡсасыларға үҙ продукцияһын һатыу өсөн махсус урындар билдәләргә ҡушҡайным, тип билдәләне республика етәксеһе. 305 майҙансыҡ ойошторолған, был 3,5 меңдән ашыу сауҙа урыны тигән һүҙ.

Республика Башлығы шулай уҡ оло йәштәгеләр күп йәшәгән бер нисә ҙур баҡсасылыҡ ширҡәтендә мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункттарын асыу өҫтөндә уйларға һәм баҡсасыларҙың бындай хеҙмәткә мохтажмы-юҡмы икәнен ҡарарға тәҡдим итте.

«Ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итербеҙ һәм тиҫтә йылдар буйына йыйылған проблемаларҙы хәл итербеҙ. Баҡсасыларҙан да тәҡдимдәр көтәбеҙ. Барығыҙға ла уңыштар теләйем», – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: