Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
1 Март 2023, 18:30

ЕТЕГӘН – ҒАИЛӘ, МӨХӘББӘТ ҺӘМ ТОҒРОЛОҠ КӨНӨ ЙӨРӘКТӘРГӘ ИЛҺАМ ӨҪТӘНЕ

Стәрлетамаҡ ҡалаһында башланғысын алған һәм республика кимәлендә үткәрелгән был матур  байрам Өфө нефть һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалының Башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында күренекле шағирә, СДПИ-ның 1984 йылғы сығарылыш студенты Сулпан Миңлебаева менән осрашыуҙан башланып китте.

Шағирәнең бөтә тормошо, ижады күҙ алдына баҫты һәм йәш быуында ҙур ҡыҙыҡһындырыу уятты. Ошондай уҡ байрам  сараһы ҡалабыҙҙың иң күркәм ғаиләләләре Туйгильдиндар һәм Артиковтар ҡатнашлығында Абдулҡадир Инан исемендәге китапханала ла ойошторолдо. Сараның әҙәби кафе өлөшөнә Өфө ҡалаһынан  мәртәбәле ҡунаҡтар – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, Башҡортостан хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Шәйехзада Бабич исемендәге премиялар лауреаты, күренекле шағирә Лариса Абдуллина, шулай уҡ ошо уҡ баҫмала эшләүсе йәш шағирә, журналист Айгөл Ғәбитова килгәйне. Ә инде күренекле шағирә, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Гөлназ Ҡотоеваның да сараға килеп етеүе байрамда ҡатнашыусылар өсөн айырыуса көтөлмәгән бүләк булды. Шулай уҡ Күмертау ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе йәш шағирә Гөлназ Искәндәрованың сығышы ла сараға дәрт-дарман өҫтәне.

Етегән байрамы хаҡында гәзитебеҙҙең киләһе һандарында тулыраҡ уҡырһығыҙ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

ЕТЕГӘН – ҒАИЛӘ, МӨХӘББӘТ ҺӘМ ТОҒРОЛОҠ КӨНӨ ЙӨРӘКТӘРГӘ ИЛҺАМ ӨҪТӘНЕ
ЕТЕГӘН – ҒАИЛӘ, МӨХӘББӘТ ҺӘМ ТОҒРОЛОҠ КӨНӨ ЙӨРӘКТӘРГӘ ИЛҺАМ ӨҪТӘНЕ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: