Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
3 Март 2023, 14:46

«Алға» махсус иҡтисади биләмәлә быйыл яңы завод төҙөлә башлаясаҡ

Синтетик майлы спирт етештереү предприятиеһын «Фарус» йәмғиәте инвестициялай. Проект 21 миллиард һум менән баһалана һәм тотош илдә өҫтөнлөклө статусы алды. 

«Алға» махсус иҡтисади биләмәлә быйыл яңы завод төҙөлә башлаясаҡ
«Алға» махсус иҡтисади биләмәлә быйыл яңы завод төҙөлә башлаясаҡ

 Республика Башлығы Радий Хәбиров инвестор менән осрашып проект үҙенсәлектеренә бәйле фекер алышты. Синтетик спирттар шәхси гигиена әйберҙәре, лак буяуҙары, ашлама һәм яғыулыҡ етештереүҙә ҡулланыла. Проект импортҡа алмаш булараҡ өҫтөнлөклө статусына эйә һәм федераль кимәлдә лә хуплау тапты. Инвестор 21 миллиард һум йәлеп итергә ниәтләй. Компания етәксеһе Линар Фәттәхов әйтеүенсә, “Алға” махсус иҡтисади зонаһында яңы ойошма 2025 йылда эшләй башлай.

Баш ньюс.

Автор:
Читайте нас: