Ашҡаҙар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
9 Март 2023, 14:56

Республикала карауаттар, ортопедик матрастар һәм ултырғыстар эшләнәсәк

Бөгөн, 9 мартта, Туймазыла карауаттар, ортопедик матрастар һәм ултырғыстар эшләү буйынса яңы комплекс эшләй башланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Корона» компанияһының инвестиция проекты «Инвестиция сәғәте»ндә хуплау тапҡайны.

Республикала карауаттар, ортопедик матрастар һәм ултырғыстар эшләнәсәк
Республикала карауаттар, ортопедик матрастар һәм ултырғыстар эшләнәсәк

Асыу тантанаһы алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Альберт Кәримов, Кластерҙар һәм технопарктар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко менән бергәләп предприятиеның эшмәкәрлеге менән танышты һәм компания етәкселеге менән мебель кластерын үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

«Корона» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рәмил Мәмлиев яңы етештереү цехын һәм складтар төҙөүгә 450 миллион һум һалыныуы, шуның 200 миллион һумы дәүләт ярҙамы булыуы хаҡында һөйләне. Предприятие айына 20 меңгә яҡын матрас етештерә.

Компания майҙаны 10 мең квадрат метрлыҡ тағы бер производство бинаһын төҙөргә йыйына. Был йылына 50 меңгә тиклем матрас сығарырға мөмкинлек бирер тип көтөлә.

Һуңғы ике йыл ярым эсендә предприятиела етештереү майҙансыҡтары — ике, килем өс тапҡырға артҡан, тимәк, республика ҡаҙнаһына һалым түләүҙәре лә. «Корона» илдә матрас етештергән тәүге дүртәү иҫәбенә инә.

«Хөрмәтле «Корона» хеҙмәт коллективы хеҙмәткәрҙәре! Хөрмәтле ҡунаҡтар, ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн беҙ шәп кәйеф менән Туймазыға килдек. Предприятие етәкселегенең коллективҡа етди иғтибар биреүенә бик шатбыҙ: яҡшы эш хаҡы, социаль тәҡдимдәр. Бөгөн Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт министрлығы етәкселегенә һәм Альберт Әнүәр улына (Кәримовҡа - ред. иҫкәрмәһе) рәхмәт белдерәм. Ул төбәк иҡтисадының тәрәнлеген һәм әһәмиәтен яҡшы аңлай, барлыҡ изге башланғыстарыбыҙҙа ышаныслы партнер булып сығыш яһай. Кластерҙар ассоциацияһы етәксеһе Андрей Викторовичҡа рәхмәт. Күреүегеҙсә, беҙ һеҙҙең ышанысығыҙҙы аҡлайбыҙ һәм илдең тәүге мебель кластерының нәҡ бында, Башҡортостанда ойошторолоуына бик рәхмәтлебеҙ. Ғөмүмән, кластерҙар һаны буйынса Татарстан, Силәбе өлкәһе менән бер рәттән беренсе урындарҙы биләйбеҙ. Был бер-беребеҙгә, иҡтисадҡа ярҙам итеүҙә мөһим ҡорал булып тора. Заман еңел түгел, әммә беҙ үҙ көсөбөҙгә, ышаныслы партнерҙарыбыҙға, иптәштәребеҙгә һәм етәкселәребеҙгә ышанабыҙ. Барыһы ла яҡшы булыр тип өмөтләнәм. Йәнә бер тапҡыр коллективты изге башланғыс менән ҡотлайым. Һеҙгә яңы проекттар тураһында уйлай башларға кәрәк. Беҙ ярҙам ҡулы һуҙырбыҙ. «Инвестиция сәғәте»нә тағы ла ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр менән килһәгеҙ, шат булырбыҙ», — тине Радий Хәбиров асыу тантанаһында.

Башҡортостан Башлығы предприятиеның алдынғы хеҙмәткәрҙәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Башинформ.

Республикала карауаттар, ортопедик матрастар һәм ултырғыстар эшләнәсәк
Республикала карауаттар, ортопедик матрастар һәм ултырғыстар эшләнәсәк
Автор:
Читайте нас: