Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
16 Март 2023, 12:10

Башҡортостанда яңы юл яны комплекстары төҙөлә

Башҡортостанда дөйөм хаҡы 100 миллион һумдан ашыулыҡ дүрт яңы юл буйы комплексы төҙөлә, тип хәбәр итте республика премьер-министры Андрей Назаров. Уларҙың барыһы ла Шишмә районында.

Башҡортостанда яңы юл яны комплекстары төҙөлә
Башҡортостанда яңы юл яны комплекстары төҙөлә

«Проекттарҙың береһе М5 федераль автомобиль юлында төҙөлә. Унда туҡталҡа, автосервис, кафе, автойыуыу һәм сауҙа комплексы була. Инвестицияларҙың күләме — 52 миллион һумға яҡын, яңы эш урындары  — 26. Икенсе инвестор ике объект төҙөүгә 50 миллион һум самаһы аҡса һалырға ниәтләй. Улар ҡунаҡхананан, туҡланыу пунктынан, автосервистан һәм автозаправка станцияһынан тора. Шулай уҡ Ҡара Яҡуп ауылында 6 миллион һумға тағы бер юл буйы комплексын асыу күҙаллана», — тип яҙҙы Назаров үҙенең телеграм-каналында.

Республикала 1100-ҙән күберәк ошондай объект эшләй, киләсәктә 10 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалып, йәнә 95-те асыу күҙаллана.  

«Хәтерегеҙгә төшөрәм, Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко республикабыҙға сәфәре барышында беҙҙең юл буйы сервисын үҫтереү тәжрибәһен бик уңышлы тип билдәләгәйне. Беҙҙең ошо өлкәләге программаны бөтә илгә тараталар», — тип өҫтәне Андрей Назаров.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: