Документҡа ярашлы, 2023 йылда дәүләт йәки муниципаль мәҙәниәт учреждениелары йәки мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреү учреждениеларының 30 хеҙмәткәренә берешәр миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Түләүгә 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылға йәки бәләкәй ҡалаға эшкә ҡайтҡан белгестәр дәғүә итергә мөмкин. Аҡса биреү тәртибен бер ай эсендә әҙерләйҙәр.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда йәш ғалимдарға йыл һайын 200 миллион һум күләмендә гранттар тапшырырға йыйыныуҙары хаҡында хәбәр иткәйне.
Башинформ.