+3 °С
Болотло
«Форумдың фекер алышыу майҙансыҡтары мәғариф системаһын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәрҙе ентекле тикшереү өсөн һөнәри берләшмә, ата-әсәләрҙең йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен берләштерә », — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Форумдың икенсе көнөндә, 7 апрелдә, педагогик белем биреү, маҡсатлы уҡытыу, инклюзив белем биреү темаларына, тәрбиә системаһына арналған тағы ла биш фекер алышыу майҙансығы ойошторола. Шулай уҡ балалар һәм йәштәрҙең «Беренселәр командаһы» ижтимағи-дәүләт хәрәкәтен ойоштороу өсөн муниципаль координаторҙарын уҡытыу буйынса стратегик сессия була.
«Юғарыға ос!» мәктәп форумы фекер алышыу майҙансыҡтары вәкилдәренең пленар ултырышы менән тамамлана.
Башинформ.