Улар - күп функциялы «Юрта» һанлы платформаһы, «РУБИН: ИРД оҙатыуы» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы һәм Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалығының төбәк мәғлүмәт системаһы проекты.
Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, Башҡортостанда иҡтисадтың барлыҡ өлкәләрендә мөһим булған тармаҡтарына һанлы технологиялар әүҙем индерелә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, беҙҙә федераль сервистар ғына түгел, төбәк проекттары ла булдырыла. Был эштәрҙең күбеһе уңышлы һынау үтте, киләсәктә уларҙың ил масштабында ла ҡулланыуы мөмкин.
Торлаҡ-коммуналь хужалығы үҫешенә көс һалыуҙа уңыштарға өлгәшеүселәр өсөн I-се «Аҡыллы ҡала» милли премияһы 2023 йылда булдырылды. Еңеүселәрҙе өс номинацияла билдәләйәсәктәр, унда шәхси, тармаҡтар буйынса һәм махсус еңеүселәр асыҡланасаҡ. Премияларҙы Красноярск ҡалаһында 13-14 апрель 2023 йыл тапшырасаҡтар.