Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
21 Март 2023, 12:41

Башҡортостан бизнесы Иран менән 5 миллион долларға килешеү төҙөнө

20 мартта республика менән идара итеү үҙәгендә төбәк Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан делегацияһының Иранға рәсми сәфәренә йомғаҡ яһалды. 

Башҡортостан бизнесы Иран менән 5 миллион долларға килешеү төҙөнө
Башҡортостан бизнесы Иран менән 5 миллион долларға килешеү төҙөнө

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева Радий Хәбиров етәкләгән республика делегацияһы составына нефть һәм тау сеймалын табыу тармағы, химия, ағас эшкәртеү, мебель сәнәғәте, төҙөлөш һәм логистика өлкәһе, шулай уҡ агросәнәғәт комплексы етәкселәре - йәмғеһе 75 кеше инеүен хәбәр итте. Улар Иран бизнесы вәкилдәре менән 250-нән ашыу осрашыу үткәргән, һөҙөмтәлә 5 миллион долларға килешеүҙәр төҙөгән. Һүҙ ауыл хужалығы продукцияһы, ашламалар һәм биопрепараттар, шулай уҡ нефть һәм газ ҡорамалдарын экспортҡа оҙатыу хаҡында бара.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәфәр барышында Ирандың иҡтисади мәсьәләләр буйынса вице-президенты Мохсен Резаи, сәнәғәт, шахта һәм сауҙа министрҙары Сейед Резеда Фатеми-Әмин һәм ауыл хужалығы министры Джавад Садати-Нежад менән осрашты. Һөйләшеүҙәрҙә үҙ-ара килешеп эш итеү һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың перспективалы йүнәлештәре тикшерелде.

Бынан тыш, Ирандың бизнес берләшмәһе өсөн Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәте менән таныштырыу сараһы үткәрелде. Сит ил партнерҙары төбәк иҡтисадына финанстар һалыуҙың тәғәйен варианттары менән ҡыҙыҡһынды. Улар иҫәбендә - малсылыҡ продукцияһын үҫтереү өсөн ауыл хужалығы ерҙәрен ҡуртымға алыу, шулай уҡ Башҡортостанда Иран менән берлектә балалар уйынсыҡтары етештереүҙе ойоштороу.

Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең иҡтисади блогына сәфәрҙең эшлекле программаһын ойошторғаны һәм делегацияның һөҙөмтәле эше өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Бындай сәфәрҙәр эшҡыуарҙарыбыҙға яңы баҙарҙар аса. Был йәһәттән беҙ алға табан ҙур аҙым яһаныҡ. Хәҙер министрлыҡтарҙың һәм компания етәкселәренең юл картаһын ғәмәлгә ашырыуға яуаплы ҡарауы мөһим, - тине Радий Хәбиров. - Иҡтисадтан тыш, Иран боронғо цивилизацияның вариҫы булараҡ та бик ҡыҙыҡлы. Был бик матур, мәҙәни бай ил. Шуға күрә Тегеран менән авиабәйләнеште мотлаҡ яйға һалырға кәрәк. Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан пассажир ташыусыларға ярҙам итергә һәм уларҙың сығымдарының бер өлөшөн субсидияларға әҙер. Дөйөм алғанда, йыл аҙағына, Иран менән тауар әйләнеше динамикаһын аңлаған саҡта, эшебеҙ һөҙөмтәлелеген баһалай аласаҡбыҙ.

 
Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты.
Автор:
Читайте нас: