Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
21 Март 2023, 15:39

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышы 29 мартта була

2023 йылдың 29 мартында республика парламентының сираттағы пленар ултырышын үткәреү планлаштырыла. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы президиумы ултырышында хәбәр иттеләр.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышы 29 мартта була
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышы 29 мартта була

Көн тәртибендә – дәүләт милкен хосусилаштырыу, халыҡты һәм биләмәләрҙе техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау, Башҡортостан Республикаһында илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында закон проекттарын ҡарау, Төньяҡ юнгаларҙы иҫкә  алыу көнөн (25 май) булдырыу һәм башҡалар.

Бынан алда «Башинформ» Дәүләт Йыйылышының киләһе пленар ултырышында ҡабул итергә йыйынған закон проекттарының береһе хаҡында хәбәр иткәйне. «Атттракциондарҙың техник торошо һәм уларҙы файҙаланыу өлкәһендә төбәк дәүләт контроле (күҙәтеүе) тураһында» закон проектын республиканың дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы мөрәжәғәте буйынса әҙерләгәндәр, закон яңы парк миҙгеле башланыуға эшләй башларға тейеш.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: