

«Шуныһы мөһим: республикала эшһеҙлек кимәле бик түбән – 3,4% (Рәсәй күрһәткестәренән түбәнерәк). Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн беҙ урта һөнәри белем биреү системаһын нығытыуҙа мөһим аҙымдар яһаныҡ. Күп йылдар эсендә тәүге тапҡыр урта һөнәри белем биреү учреждениеһы өсөн былтыр ярты миллиард һум аҡса бүлдек, 11 колледжды ремонтланыҡ. Быйыл – тағы 300 миллион һум. Киләсәк иҡтисады өсөн яуаплы белгестәр лайыҡлы шарттарҙа йәшәргә һәм уҡырға тейеш», – тине Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышы ултырышында.
Башинформ.