

2022 йылдан республика «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә «Социаль өлкәлә дәүләт (муниципаль) хеҙмәттәр күрһәтеүгә дәүләт (муниципаль) социаль заказы тураһында» федераль законды ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Былтыр республика мәктәп туризмы программаһын бойомға ашырыусы 18 пилот төбәк иҫәбенә инде. Проект ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, балаларҙың, ата-әсәләрҙең, уҡытыусыларҙың юғары баһаһын алды. 2023 йылда республикабыҙҙа программала ҡатнашыусылар 3 тапҡырҙан ашыуға арттырылды, улар өсөн яңы ҡыҙыҡлы маршруттар һәм экскурсиялар әҙерләнде.
Башинформ.